Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
8 Декабрь , 09:25

Атлас таҫмалар менән сигергә өйрәнделәр

"Мәҙәниәт" милли проектының “Урын генийы” проекты сиктәрендә Дүртөйлө районы китапханаһында атлас таҫмалар менән сигеүгә арналған сара үтте.  

Сараға китапхана уҡыусыһы һәм ирекмән Миләүшә Матюгина етәкселегендә “Оҫта ҡулдар” клубы ағзалары килде. Сигеү техникаһының үҙенсәлеге шунда: ул һүрәткә күләм өҫтәй, тип билдәләне оҫтабикә. Таҫмалар менән сигеү һәр саҡ матур, сағыу килеп сыға, ә сигеү өсөн бөтә материалдарҙы ла һатып алырға мөмкин һәм ҡиммәт түгел. Был техникала төрлө әйберҙәр эшләргә була: урын-ер кәрәк-ярағы, таҫтамал, картиналар, панно, фотолар өсөн рамдар, косметика өсөн тоҡсайҙар һәм башҡалар.

"Ижади фекерләү йыш ҡына донъяға ижади ҡараштан башлана. Ебәк таҫмалар менән сигеү – мәҙәниәттең сағыу күренеше, ул байыта, ысын сәнғәт менән аралашыу шатлығын килтерә. Текстура матурлығы, төҫтәр, ялтырауыҡ һәм шыма фактура - таҫмаларҙың был үҙенсәлектәре әйберҙәрҙе биҙәүҙең тулыһынса художестволы сараһы булып тора һәм элек-электән биҙәү-ҡулланма ижадында ҡулланыла", – тип билдәләне Миләүшә Матюгина.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: