Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
10 Декабрь 2024, 09:47

Балалар ихлас ҡыҙыҡһыныу белдерҙе

Учалы балалары өсөн "Һүҙлектәр һәм энциклопедиялар" тип аталған китапхана дәресе ойошторолдо.

Учалы районының Үҙәк моделле китапханаһында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн "Мәҙәниәт" милли проекты маҡсаттарына ярашлы, социаль приют бүлексәләре Һүҙлектәр һәм энциклопедиялар көнөнә ҡарата “Һүҙлектәр һәм энциклопедиялар: белемгә һәм аңлауға асҡыс” тип аталған китапхана дәресен ойошторҙо.

Бәләкәй уҡыусылар һүҙлектәр һәм энциклопедиялар төрлөлөгө менән танышып, белем һәм асыштар донъяһына сумды. Балалар энциклопедиялар һәм һүҙлектәрҙең тәғәйенләнеше, уларҙың структураһы, кәрәкле мәғлүмәт эҙләүҙә ярҙам итеүсе ғилми-ярҙамсы күрһәткестәр хаҡында белде. Сараның практик өлөшөндә балалар был һүҙҙәргә ҡарата антонимдарҙы үҙаллы һайланы, ата-әсәләренән, өләсәй-олатайҙарынан ишеткән, ләкин уларҙың мәғәнәһен аңлап еткермәгән ҡанатлы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙө, мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәһен аңлатты.

Белем сығанаҡтары булараҡ, уҡыусылар аң даирәһен киңәйтеү һәм телмәрҙе үҫтереү өсөн белешмә баҫмаларының әһәмиәтен аңланы. Улар төрлө һорауҙарға яуап биреп, был китаптарҙа күп быуындарҙың белеме тупланғанын белде. Балалар белешмә әҙәбиәт менән оҫта файҙалана белеүҙең мөһимлеген аңланы, был уларға белемдәрен арттырырға һәм телмәрҙәрен камиллаштырырға ярҙам итәсәк. Улар үҙҙәренең һүҙлек запасын байытыр өсөн һүҙлектәрҙе һәм энциклопедияларҙы өйрәнеүҙе дауам итергә теләк белдергән.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас