Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
10 Декабрь 2024, 09:53

Яңы дәртләндереү сараларын әҙерләйбеҙ

“Өфө диалогы: Көнбайыш–Глобаль Көньяҡ: ни тиклем ысынбарлыҡта ҡапма-ҡаршылыҡ” пленар ултырышында нимә тураһында һөйләштеләр?

Андрей Назаров Башҡортостандың халыҡ-ара әүҙемлеккә төрлө кимәлдә нисек ҡушылыуы хаҡында һөйләне.

“Өфө диалогы: Көнбайыш–Глобаль Көньяҡ: ни тиклем ысынбарлыҡта ҡапма-ҡаршылыҡ” пленар ултырышында сығыш яһап, Башҡортостан Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров көнбайыш институттарының идеологияһы күп полярлы донъяның талаптарына күптән тап килмәүен билдәләне. Дуҫ интеграция форматтарын киңәйтергә һәм яңы үҫеш платформаларын булдырырға кәрәк. 

– Башҡортостандың бында уңышлы тәжрибәләре барлыҡҡа килде. Глобаль тректа – ул, әлбиттә, ШОС һәм БРИКС. Беҙ даими рәүештә БРИКС уҙаҡташтары менән системалы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашабыҙ. Күберәк әйтәм, Рәсәй Президенты БРИКС-тың Халыҡ-ара махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһын булдырыу тәҡдимен хупланы, ә был 2,5 меңдән ашыу өҫтөнлөклө биләмә. Беҙ был тарихҡа ҡушылырға һәм яңы бәйләнештәр сылбырҙар төҙөргә ниәтләйбеҙ, – тип белдерҙе Хөкүмәт Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.

“Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Вероника Никишина үҙенең сығышында БРИКС-ты киңәйтеү миҫалында санкциялар индерелгәндән һуң донъя институттарының трансформацияһын да баһаланы.

Интеграция берләшмәләренә инергә теләгән илдәр һаны арта.

– Ике йыл элек иң тәүге, ныҡ ҡыҫырыҡлаусы санкциялар тышҡы сауҙаға йүнәлтелгәйне. Был тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектең, экспорттың һәм һәр илгә кәрәкле импорттың “ҡан тамырҙары” системаһы булыуын күрһәтә, – тине Вероника Никишина.

“Рәсәй экспорт үҙәге” башлығы үҙенең һүҙҙәрен сеймал, энергетик булмаған экспорт буйынса статистика менән раҫланы.

– Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, экспорт эшмәкәрлегендә 5,4 миллион кеше мәшғүл. Был эш менән тәьмин итеүҙең ете проценты. Экспорт эшмәкәрлегенән федераль һәм төбәк бюджеттарына керемдәр 4,4 триллион һум тәшкил итә. Тимәк, был эшмәкәрлеккә һәм кире ҡайтыуға йүнәлтелгән бюджет ярҙамы сараларының сағыштырылыуы был бик отошло эшмәкәрлек булыуын күрһәтә. Ул ил өсөн дә, төбәк өсөн дә отошло, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды “Рәсәй экспорт үҙәге” етәксеһе.

Уның һүҙҙәренсә, компания үҙ тауарының сифаты өҫтөндә даими эшләһә генә, тышҡы баҙарҙа уның менән көнәркәшлектә еңеү яуларға мөмкин. Шуға күрә халыҡ-ара баҙарҙарға сыҡҡан предприятиелар шундай уңышҡа эйә. Пленар ултырышта спикерҙар, дөйөм Евразия трегында Башҡортостан сәнәғәт кооперацияһын әүҙем үҫтерә, тип билдәләне.

Беларусь уҙаҡташтары менән бергә Башҡортостан биләмәһендә бер нисә предприятие, шул иҫәптән иген киптереү ҡорамалдары етештереү буйынса завод төҙөлгән. Планға ер ҡаҙыу һәм төҙөлөш техникаһы, ҡала электр транспорты етештереүҙе булдырыу буйынса проекттар инәИнвестиция портфеле бында 50 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Бөгөн һүҙ Башҡорт – Белорус инвестиция кластерын булдырыу хаҡында бара. Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстан менән берлектәге сәнәғәт һәм технопарктар планлаштырыла. 

– Әлбиттә, төбәк проекттары – ҙур иғтибар үҙәгендә. Уны “Рәсәй экспорт үҙәге” ярҙамында тормошҡа ашырабыҙ. “Экспортҡа алға” программаһын төҙөйҙәрЭкспортерҙарға финанс ярҙам күрһәтәбеҙ, уның һөҙөмтәһендә уларҙың күләме 40 миллиард һумдан ашып киткән. Яңы дәртләндереү сараларын әҙерләйбеҙБашҡортостан вәкиллектәрен булдырабыҙ – ул Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре. 2030 йылға уларҙың һанын икеләтә арттырабыҙ. Сит илдәрҙә ике республика сауҙа йорто һәм логистик хаб асырға теләйбеҙ. Комплекслы сертификация үҙәген булдырыуҙы өйрәнәбеҙ, – тип пландары менән уртаҡлашты Башҡортостан министрҙар кабинеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы.

Андрей Назаров белдереүенсә, Дуҫ халыҡ-ара берләшмәләр сиктәрендә үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтергә, финанс һәм сауҙа өлкәһенә, тышҡы иҡтисади арбитражға, дөйөм капитал баҙарын формалаштырыуға, ғәҙел хаҡтар булдырыуға булышлыҡ итеү өсөн үҙебеҙҙең институттарҙы булдырырға кәрәк. Был эшмәкәрлек Башҡортостанда, Рәсәйҙә билдәле бер тотороҡлоҡто булдыраҺәм, бәлки, ваҡыт үтеү менән тотороҡлолоҡ бөтә донъяға ҡағылыр.

Был эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт” ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итә.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас