Кушнаренко районының үҙәгендә быйыл «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының (нацпроект “Жилье и городская среда”) «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә Еңеү паркын төҙөкләндергәндәр.
"Район халҡы был объектты тауыш биреү юлы менән һайланы. Барыһы ла парктың заманса, лайыҡлы, ғорурлыҡ урыны булыуын, хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хөрмәт менән ҡарауын теләне", — тиҙәр БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.
Бында ноябрҙә «МХО ҡатнашыусыларына дан» арт-объектын асыу финал нөктәһе булған. Кушнаренкола Еңеү Паркын яңыртыуға 8,8 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Ер эштәре башҡарылған, йәйәүлеләр юлдары, тротуар плиткаһы һалынған,яҡтыртыу, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған, йондоҙ рәүешендә сәскә түтәлдәре эшләнгән, эргә-тирәләге биләмәгә асфальт түшәлгән.
Һуңғы биш йылда Башҡортостанда бер нисә йөҙ парк, сквер, яр буйы һәм башҡа йәмәғәт киңлектәре барлыҡҡа килде. Ағымдағы йылда 123 төҙөкләндереү объекты финанслау алған.