Төҙөлөш күләмдәрен арттырыу "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Торлаҡ" федераль проектының төп маҡсаттарының береһе булып тора. Был йәһәттән Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районында шәхси эшҡыуар Рушат Ғәлиев әлеге өлкәлә план күрһәткестәренә өлгәшеүгә ҙур өлөш индерә.
Һәр кешенең дә төрлө сәбәптәр буйынса йортто үҙ аллы төҙөү мөмкинлеге юҡ. Бындай осраҡтарҙа мәсьәләне инде әҙер йорт һатып алыу менән хәл итергә мөмкин. Шәхси эшҡыуар Ғәлиев Үрге Тәтешле ауылында матур шәхси йорттар төҙөй. Күптән түгел Урман хужалығы урамында ике кирбес йорт төҙөлөп бөттө. Бер йорттоң майҙаны 91,2 квадрат метр тәшкил итһә, икенсеһенә - 102,1 квадрат метр.
Рушат Ғәлиев әйтеүенсә, әҙер торлаҡ йорттар һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙалана. Күп кешеләр нигеҙенән алып ҡыйығына тиклем оҙаҡ һәм күп көс талап иткән төҙөлөш процесынан ситләшеүҙе хуп күрә. Эске биҙәү эштәрен башҡармайынса әҙер йорт һатып алыу мөмкинлеге һатып алыусыларға үҙ теләгее буйынса эске эштәрҙе тамамларға мөмкинлек бирә, был, әлбиттә, бик уңайлы.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.