Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
16 Декабрь 2024, 11:19

Башҡортостан Төркмәнстанға 400 тоннанан ашыу он оҙатҡан

Башҡортостан етештереүсеһенең тауары һатып алған илдең талаптарына тулыһынса тап килә.

Сибайҙан он тартыу предприятиеһы Төркмәнстанға 400 тоннанан ашыу бойҙай оно экспортлаған. Был хаҡта Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостан тауарын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарының береһе булып тора.

Предприятиеның фитосанитар документация биреү өсөн ғаризаһы буйынса күҙәтеү ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре лаборатория тикшеренеүҙәренә он өлгөләрен һайлап алған.

“Һынау һөҙөмтәләре буйынса онда карантинлы зарарлы организмдар һәм икмәк һаҡламдарын ҡоротҡостары асыҡланмаған. Башҡортостан етештереүсеһе тауары һатып алған илдең талаптарына тулыһынса тап килә”, - тип билдәләнеләр "Россельхознадзор" ҙа.

2024 йылдың 10 айында Башҡортостан 18,3 мең тоннанан ашыу он һәм ярма экспортҡа сығарған. Был уҙған йылдың ғинуар-октябрь айҙарындағы күрһәткестәрҙән ике тапҡырға күберәк.

Башҡорт оно, көрпә һәм ярма оҙатылған илдәр араһында Азербайжан, Әрмәнстан, Бельгия, Германия, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә һәм Үзбәкстан бар.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас