Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
16 Декабрь 2024, 11:39

Лазер хирургияһы яңы офоҡтар аса

Быйыл республикала йөрәк-ҡан хирургияһы буйынса дүрт медицина ойошмаһы лицензия алды.

Яңыраҡ ҡына баш ҡалала  асылған яңы медицина үҙәге тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башланы. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы буйынса медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Тәүге көндә генә 15 пациент белгестәрҙән консультация алды, тикшереүҙәр үтте, аяҡтарҙағы киңәйгән варикоз ҡан тамырҙарына лазер операциялары яһатты.

–Хәҙерге лазер хирургияһы - йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалауҙа революцион боролош ул. Юғары теүәллеге, аҙ йәрәхәтләүе, йөй ҡалдырмауы менән ҙур өҫтөнлөккө эйә. Ул пациенттарҙы һауыҡтырыуҙа өр-яңы офоҡтар аса. Операциянан һуң ауырыуҙар аяҡҡа тиҙ баҫа, – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Быйыл республикала йөрәк-ҡан хирургияһы буйынса дүрт медицина ойошмаһы лицензия алды. Хәҙер уларҙың һаны 111-гә етте. Медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензия алыуҙың ябайлаштырылыуы ла яңы медицина ойошмаларының артыуына булышлыҡ итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас