Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
17 Декабрь 2024, 10:10

Шишмә уҡыусылары МХО геройы менән осрашты

Йәштәр ҡунаҡҡа һорауҙар бирҙе, уларҙы бөтәһе лә ҡыҙыҡһындырҙы: һалдат көнкүреше, фронт дуҫтарының ҡиммәте, яугирҙәрҙең физик әҙерлеге.

“Мәғариф” милли проектының “Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү” федераль проекты сиктәрендә Шишмә районы "Ышаныс" йәштәр үҙәгендә әүҙем йәштәрҙең яҡташы, Шишмә районы Яңы Троицкий ауылы мәктәбен тамамлаусы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашыуы үтте. Осрашыу шулай уҡ Ватан Геройҙары көнөнә арналды.

Яугир үҙе, армияла сроклы хеҙмәт, контракт буйынса хеҙмәт итеүе тураһында һөйләне. Ул Чечняла, Сүриәлә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, ҙур хәрби тәжрибәгә эйә. Йәштәр ҡунаҡты тын да алмай тыңланы.

– Махсус хәрби операция башланыуы тураһында белгәс, ситтә ҡала алманым, шуға күрә, уйлап тормайынса, хәрби бурысымды үтәргә киттем. Атаq-әсәйемә һәм уҡытыусыларыма оло рәхмәтлемен, улар мине илһөйәрлек рухында тәрбиәләне. Әлбиттә, беҙ өйҙө һағынабыҙ. Ә балалар йылы һүҙҙәр менән яҙған хаттарҙы ҡабат-ҡабат уҡыйбыҙ. Рәхмәт һеҙгә, балалар! – тип рәхмәт әйтте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы.

Яугир хәрби көндәр һәм хеҙмәт спецификаһы, шулай уҡ үҙе кисергән ауырлыҡтар тураһында һөйләне. Йәштәр ҡунаҡҡа һорауҙар бирҙе, уларҙы бөтәһе лә ҡыҙыҡһындырҙы: һалдат көнкүреше, фронт дуҫтарының ҡиммәте, яугирҙәрҙең физик әҙерлеге. Ул асыҡ яуап бирҙе.

Осрашыу аҙағында егет һәм ҡыҙҙар яҡташтарына рәхмәт белдерҙе һәм тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне. Аныҡ миҫалда улар ысын геройҙарҙың беҙҙең эргәлә йәшәүен, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм Тыуған илгә һөйөүҙең ысын кешенең сифаттары икәнлеген күрҙе.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас