Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
17 Декабрь 2024, 05:40

Яңы техникала 300-ҙән ашыу операция яһалды

Дауахана хирургтары аппаратты юғары сифатлы булыуы, әмәлиәт мәлендә ҡан китеүенә юл ҡуймауы өсөн баһалай.    

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Бүздәк үҙәк район дауаханаһына яңы “Элепс” электрохирургия аппараты алынды.

Файҙаланыуға тапшырылғандан һуң заманса техника ярҙамында 300-ҙән ашыу операция яһалған да инде.

 “Элепс” аппараты юғары йышлыҡлы генератор булып тора. Дауахана хирургтары приборҙы юғары сифатлы булыуы, әмәлиәт мәлендә ҡан китеүенә юл ҡуймауы өсөн баһалай. Яралар тиҙ уңала, инфекция йоҡтороу хәүефе кәмей, сөнки эш барышында микроорганизмдар юҡҡа сыға.

–Был аппарат ярҙамында йәрәхәттәр булмай тиерлек, йөйҙәр ҡалмай. Өҫтәүенә операция ваҡытында ла, унан һуң да ауыртыу тойолмай, – тип билдәләне хирургия бүлексәһе мөдире Хәким Мостаев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас