Рәсәйҙең Спорт министрлығында “Рәсәйҙең иң спорт ғаиләһе” беренсе Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә һәм ғаилә спорт йолаларын нығытыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Өфөнән Протасовтар “Рәсәйҙең иң спорт ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсының “Спорт чемпиондары” номинацияһында көмөш призер булды. Ғаилә башлығы Сергей Евгеньевич, физик культура менән әүҙем шөғөлләнә, ә әсәһе, Ольга Юрьевна, саңғы уҙыштары буйынса беренсе спорт разрядына эйә. Ата-әсә дүрт ҡыҙы өсөн яҡшы өлгө.
Мәҫәлән, 17 йәшлек игеҙәктәр Анна һәм Виктория спорт акробатикаһы буйынса республика ярыштарында күп тапҡыр еңеүсе, ә быйыл спорт мастерлығына кандидат исемен алдылар. 8 йәшлек Елизавета өлкән апайҙарының өлгөһөнә эйәреп, улар менән бер спорт төрө менән шөғөлләнә, беренсе өлкәндәр разрядын яҡлай. Кесе ҡыҙ - Дарья. Уға ни бары 5 йәш, әммә спорт гимнастикаһында уға ҙур өмөттәр бағлайҙар.
“Рәсәйҙең иң спорт ғаиләһе” конкурсының ойоштороу комитетына бөтәһе 900-гә яҡын ғариза килгән. Еңеүселәр алты номинацияла билдәләнгән.
“Конкурстың идеяһы - спортты йәшәү рәүеше итеп күрһәтеү. Ул беҙҙе көслөрәк, сәләмәтерәк һәм бәхетлерәк итә. Ғаилә спортына баҫым яһаныҡ, сөнки яҡын кешеләрҙең өлгөһө бик сағыу. Оло быуын спорт менән шөғөлләнһә, уларҙың балалары ла, моғайын, был ғәҙәтте иртә йәштән үк һеңдерәсәк”, - тип билдәләй Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Спорт министрлығы.