Ауыл уттары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
25 Декабрь , 10:00

Нимә ул етештереү лабораторияһы?

Өфөлә интенсив үтте

Баш ҡалабыҙҙа “Етештереү лабораторияһы” тигән проект-эксперт интенсив уҙғарылды. Был саралар “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы (национальный проект “Производительность труда”) башҡарылды. Уның барышында ҡатнашусылар предприятиеларҙа һаҡсыл производствоны күпләп индереү өсөн уҡытыу программаһын булдырыу мәсьәләһен тикшерҙе, тип хәбәр итә төбәктең компетенцилар үҙәге.

Интенсив барышында тематик “лабораториялар” үтте, улар етештереүсәнлекте күтәреү өсөн стратегик планлаштырыуға арналған. Федераль һәм региональ эксперттар тәжрибәләре менән уртаҡлашты, уңышлы алымдарҙы тикшерҙе.

-Туризм өлкәһендә һаҡсыл менеджментты ҡулланыу тәүге сиратта “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһенә ҡағылды.Программала ҡатнашыусылар өсөн “Берҙәм тәҙрә” принцибы индерелде. Йәйәүлеләр һуҡмағын маркировкалау, мауыҡтырғыс туристик объекттар урынлаштырыу ҙа сағыу миҫал булып тора. – тине төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.   

Интенсивтың һөҙөмтәләре “Етештереүсәнлек лабораторияһы. Йырыу стратегияһы” пленар ултырышында барланды. Һуңынан һаҡсыл производствоны уңышлы ҡулланған республикабыҙ предприятиелары тәбрикләнде.

 “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: