Ҡырмыҫҡалы районының Арыҫлан ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Яңы медицина пунктына яҡындағы бер нисә ауыл халҡы теркәлгән. Бөтәһе 404 кеше, 35-е балалар. Заманса бинала пациенттарҙы фельдшер Светлана Мещерекова хеҙмәтләндерәсәк. Ул медицинала 21 йыл эшләй. Арыҫлан медицина пунктына ул “Ауыл табибы” программаһы буйынса 2021 йылда эшкә килә.
– Быға тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункты 1991 йылда төҙөлгән ауыл биләмәһе клубы бинаһында урынлашҡайны. Ул заман талаптарына яуап бирмәне. Яңы медицина пунктында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн кабинет, процедура, персонал өсөн бүлмә бар. Бина һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаларына тоташтырылған, электр менән йылытыу системаһы эшләй, кабинеттар тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Феликс Сакаев.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.