Башҡортостан Республикаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуҙың алты йылында бәләкәй бизнесты үҫтереүгә 1 миллиард 700 миллион һумдан ашыу бюджет аҡсаһы йүнәлтелгән. Төбәк проекты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
– Төбәк проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республикала 333 яңы фермер хужалығы ойошторолдо. 129 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ярҙам алды. Ҡулланыусылар кооперацияһына 10 мең яңы ҡатнашыусы йәлеп ителгән, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
2024 йылда әлеге милли проект сиктәрендә Башҡортостандың ауыл эшҡыуарҙарына 293,6 миллион һум бүленгән, дәүләт ярҙамы лимиттары тулыһынса үҙләштерелгән. Ағымдағы йылдың 11 айында Башҡортостан Республикаһы фермерҙары 30 миллиард һум самаһы ауыл хужалығы продукцияһы етештергән. Фермер хужалыҡтары башлыса үҫемлекселек продукцияһын етештереүҙә махсуслаша (үҫемлекселек өлөшө - яҡынса 71,5 процент). Фермерҙар республикалағы дөйөм күләмдә 36 процент иген, 32 процент көнбағыш, 22 процент шәкәр сөгөлдөрө, 6,5 процент картуф һәм йәшелсә, 5,7 процент ит һәм 11 процент һөт етештерә.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.