Ауыл уттары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
26 Декабрь , 14:17

Яңы йылға – ҙур бүләк

Тәүге медицина ярҙамын 290 кеше, шул иҫәптән 53 бала аласаҡ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы,  Яңы йыл байрамы алдынан Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәммәт ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Яңы медицина пункты заман талаптарына һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн  тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән.  Фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау өсөн махсус бүлмә бар, өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттар өсөн пандус ҡуйылған. Тәүге медицина ярҙамын 290 кеше, шул иҫәптән 53 бала аласаҡ. Пациенттарҙы фельдшер Гүзәл Талипова хеҙмәтләндерәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: