Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
1 Ғинуар 2025, 08:10

500-ҙән ашыу кеше яңы мөмкинлек алды

Ошо көндәрҙә Яңы Ергән ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр итә "Хәйбулла хәбәрҙәре".  

Ул Хәйбулла районында һуңғы биш йылда төҙөлгән 13-сө фельдшер-акушерлыҡ пункты булып тора. Пункт һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау федераль программаһы сиктәрендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (нацпроект “Здравоохранение”) сиктәрендә төҙөлгән.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашҡан. “Республикала һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә”, - тип билдәләй ул.

Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы 500-ҙән ашыу кешегә уңайлы һәм санитар нормаларға ярашлы шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген бирәсәк.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас