Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
15 Ғинуар 2025, 09:50

Ҡалдыҡтар ваҡытында сығарылды

Яңы йыл байрамында Башҡортостанда 28 мең тонна самаһы сүп-сар сығарып түгелгән. 

Башҡортостанда Яңы йыл каникулында төбәк операторҙары 28 мең тонна самаһы ҡалдыҡты ваҡытында сығарыуҙы ойошторҙо, был 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 9 меңгә күберәк. 342 берәмек махсус техника йәлеп ителде.

Сара элек тә “Экология” милли проекты бурыстарына ярашлы уҙғарылды, уның дауамы булып “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) тора.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү сифатын тикшереү өсөн министрлыҡ оператив штаб булдырҙы.

– Байрам көндәренә хас булғанса, ҡалдыҡтар күләменең артыуына ҡарамаҫтан, барлыҡ мәсьәләләр ҙә тиҙ һәм тотҡарлыҡһыҙ хәл ителде. Сүп-сар даими сығарылды: көн һайын төбәк операторҙарының һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү операторҙарының 342 берәмек техникаһы эшләне. Бөтәһе 27,7 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылған. Республикала контейнер майҙансыҡтарын ҡалдыҡтарҙы сығарыуға йәлеп итеү уртаса 98,4 процент тәшкил иткән. Яңы йыл байрамында 7372 ҡаршылыҡ теркәлгән, улар асыҡланыу менән тиҙ арала бөтөрөлгән. Төбәк операторҙарының ҡыҙыу линияларына 272 мөрәжәғәт килде, улар тиҙ арала эшкәртелде, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Республикала контейнер майҙансыҡтарын Яңы йыл ағастары менән тултырыуҙы иҫкәртеү маҡсатында республиканың муниципаль берәмектәре хакимиәттәре төбәк операторҙары һәм компаниялары - ағас эшкәртеүселәр һәм ағас массаһын ҡулланыусылар ярҙамында шыршылар йыйыу урындарын ойоштора. Мәҫәлән, 20-21 һәм 27-28 ғинуарҙа Өфөлә “Шыршыларҙы – юнысҡыға” акцияһы уҙғарыла. Йыйылған ағастар эшкәртеүгә оҙатыласаҡ.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас