Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
15 Ғинуар 2025, 09:32

Экспортҡа кәбәк оҙатыла

Башҡортостан донъя баҙарына бойҙай һәм арыш кәбәге оҙатыуҙы арттырҙы. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проектына (национальный проект "Международная кооперация и экспорт“) ярашлы башҡарыла.

Экспортҡа кәбәк оҙатылаЭкспортҡа кәбәк оҙатыла
Экспортҡа кәбәк оҙатыла

“Россельхознадзор”ҙың төбәк идаралығы хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 9 ғинуарынан алып 15 декабренә саҡлы иген эшкәртеү предприятиелары Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға һәм Үзбәкстанға 2 110 тонна бойҙай һәм арыш кәбәге һатҡан. Был 2023 йылға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк.

“Экспорт продукцияһы импортер илдәрҙең талаптарына тулыһынса яуап бирә. Тауарҙарға 63 экспорт фитосанитар сертификаты бирелде”, – тинеләр идаралыҡта.

Былтырғы 11 айҙа Башҡортостандың донъя баҙарына он һатыуы ла ике тапҡырға артҡан.

“Башинформ” фотоһы.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас