Башҡортостанда «Ғаилә» яңы милли проекты (национальный проект “Семья”) сиктәрендә ауыл райондарында һигеҙ ҡатын-ҡыҙ консультацияһы кабинетын асыу планлаштырыла. Мәғлүм булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты В. Путин башланғысы менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары Языково, Борай, Иҫәнғол, Краснокама, Оло Ыҡтамаҡ, Миәкә, Нуриман һәм Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханалары базаһында урынлашасаҡ. Был поликлиникалар составындағы медицина ойошмаларында акушер-гинеколог кабинеттары эшләй, әммә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус консультациялар булдырыу ҙа планлаштырыла. Һәр консультация заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ һәм үҙ эсенә ике акушер-гинеколог табип кабинетын, шулай уҡ ультратауыш диагностикаһы, медицина-социаль ярҙам һәм функциональ диагностика кабинеттарын аласаҡ.
Яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын асыу ҡатын-ҡыҙҙарға медицина ярҙамының сифатын һәм уңайлылығын арттырыуға йүнәлтелгән, шулай уҡ тыуымдың артыуына булышлыҡ итергә тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ғаилә» милли проекты дәүләт етәксеһе Владимир Путин ҡушыуы буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан башланды. Милли проект биш федераль проекттан тора: «Ғаиләгә ярҙам», «Күп балалы ғаилә», «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау», «Өлкән быуын», «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы».