2025 йылдан Башҡортостанда “Минең бизнесым” үҙәге базаһында ике яңы бүлексә эшләй башланы: “Минең креатив бизнесым” үҙәге һәм Мәғариф программалары һәм консалтинг дирекцияһы. Социаль өлкә инновациялары үҙәге (ЦИСС) эшләүен дауам итә.
– Яңы структур подразделениелар “Минең бизнесым” үҙәге структураһының айырылғыһыҙ өлөшө буласаҡ һәм уларҙың эшмәкәрлеге “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) буйынса эшҡыуарҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк. Бизнес өсөн хеҙмәттәр спектрын киңәйтеү, стартаптарға һәм креатив индустрияларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән сифатлы белем биреүҙе тәьмин итеү планлаштырыла, – тип яңылыҡтар менән уртаҡлашты Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
“Минең креатив бизнесым” үҙәгенең һәм Мәғариф программалары һәм консалтинг дирекцияһының бурысы – ижади тармаҡтарҙың бәләкәй һәм урта предприятиеларына консультациялар биреү һәм эшҡыуарлыҡ компетенцияларын уңышлы башлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән уҡытыу программаларын, оҫталыҡ дәрестәрен, семинарҙар һәм тренингтар ойоштороу.
Шулай уҡ тауарҙы сертификатлау, декларациялау, аттестациялау, патент тикшеренеүҙәре үткәреү, интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә хоҡуҡтарҙы яҡлау, тауар билдәһен теркәү һәм “Хәләл” стандарттары буйынса аттестация алыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү дауам итәсәк.
“Минең бизнесым” үҙәгенең ҙур коворкингтарының береһе креатив эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү урыны буласаҡ, ул Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14-се йорт адресы буйынса “Киләсәк фабрикаһы” инновацион эшҡыуарлыҡ йортонда урынлашҡан.