Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
25 Ғинуар 2025, 13:30

Камера Йылайыр районында ла ҡуйыласаҡ

Бик файҙалы системаның өҫтәмә 10 камераһы эшләй башлаясаҡ.

Хәүеф ҙур булған райондарға ҡуйылды
Башҡортостан урмандарында “Урман һағы” системаһының өҫтәмә 10 камераһы эшләй башлай.

Башҡортостан Республикаһының урман фонды биләмәһендә 2025 йылға янғын хәүефе миҙгеле башланғансы “Урман һағы” урман янғындары видеомониторингы системаһының 10 өҫтәмә камераһы ғәмәлгә индерелә. Был – “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты менән ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеү юлында мөһим аҙым.

Белорет районында - өс, Ейәнсура районында - ике, Баймаҡ, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондарында берешәр камера ҡуйыласаҡ. Йәғни, статистика буйынса янғындар күберәк булған Урал аръяғы райондарында. Бер камера Благовещен районында ҡуйыла.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас