2019-2024 йылдарҙа “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы учреждениеларға 700-ҙән ашыу берәмек урман янғындарын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һәм инвентарҙар ҡайтарылған. Әлеге ваҡытта был милли проектты яңы “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) дауам итә.
Яңы техника араһында “Беларусь” тәгәрмәсле тракторҙары, ауыр бульдозерҙар, траллы эйәрле тартҡыстар, янғын һүндереү автоцистерналары, урман ултыртыу машиналары, культиваторҙар, һабандар, УАЗ бөтә ерҙән дә үтә алған автомобилдәре, тағылмалар һәм башҡалар бар. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 400 миллион һум самаһы аҡса бүленде.
Төбәктең “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы урман янғындары формированиеларының эшен көсәйтергә һәм уларҙың йыһазландырылыуын нормативтан 100 процентҡаса еткерергә мөмкинлек бирҙе.
– Урман янғындарының күбеһе Урал аръяғы райондарына тура килә, уларҙа ҡатмарлы үтеүсән таулы-урманлы төбәк өҫтөнлөк итә. Заманса техника ярҙамында урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре янғын сыҡҡан урынға тиҙ арала барып етә һәм кәрәкле инвентарь менән тәьмин итә ала, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Урман хужалығы техникаһы паркы ла ярайһы ныҡ яңырған. 300-ҙән ашыу берәмек урман хужалығы техникаһы, ҡорамалдары һәм инвентары урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыуға һәм “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә ҙур ярҙам булды.