21 ғинуарҙан 5 февралгә тиклем IТ-компаниялар хеҙмәткәрҙәре “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша армияла хеҙмәт итеү ваҡытын кисектереп тора ала. Бындай ярҙам сараһы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан илдә мәғлүмәт технологиялары тармағының тиҙләтелгән үҫешен тәьмин итеү өсөн раҫланды.
– Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, армияла хеҙмәт итеү ваҡытын кисектереүҙән Рәсәй гражданлығына эйә һәм нормаль эш көнө оҙайлығы менән хеҙмәт килешеүе буйынса эшләүсе 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге IТ-белгестәр файҙалана ала, –тип билдәләне республиканың дәүләт идаралығы һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.
Заявка биреү өсөн билдәләнгән исемлек буйынса юғары белемгә эйә булыу һәм аккредитацияланған IТ-компанияларҙа эш стажының йыл дауамында саҡырыу датаһына тиклем 11 айҙан да кәм булмауы мөһим. Компания 2025 йылдың 9 февраленә тиклем аккредитацияланған булырға тейеш. Вузды тамамлағандан һуң йыл дауамында эшкә урынлашҡандарға стажға булған талаптар ҡағылмай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, элек IТ-компаниялар өсөн стартап реестры төҙөлгәйне. Республика реестрына инеү федераль кимәлдә IТ-аккредитация алыу процедураһын ябайлаштыра һәм яңы “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Экономика данных”) булышлығында дәүләт ярҙам сараларына юл аса. Был милли проект элек “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” тип аталды.