Федоровка районында “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында ауыл табиплыҡ амбулаторияһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
Яңы табиплыҡ амбулаторияһы Дедов ауылында сафҡа ингән. Ул 400 кеше йәшәгән дүрт ауылды хеҙмәтләндерә. Фельдшер-акушерлыҡ пункты иһә Ҡараласыҡ ауылында. “Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ауыл табип амбулаторияһы мотлаҡ медицина ҡорамалдары, инструменттар, кәрәкле материалдар, дарыуҙар, мебель менән йыһазландырылған”, - тип белдерҙеләр Федоровка районы хакимиәтендә.
Быға тиклем республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың хәбәр итеүенсә, Башҡортостан сафҡа индерелгән фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы төбәктәрҙең береһе һанала.