– 2024 йылда республиканың юл фонды 33 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, шул иҫәптән дүрт миллиард һумдан ашыуы - федераль бюджет аҡсаһы. Инфраструктура бюджет кредиттарын ҡулланып, Өфөлә 16 миллиард һумдан ашыу күләмдә “Көньяҡ ҡапҡа” проекты тормошҡа ашырыла: уҙған йылдың октябрендә Рыленко урамында һәм Рыленко менән Пугачев урамдары киҫелешендә юл хәрәкәте эшләй башланы. Ноябрҙә Пугачев урамының беренсе этабы – Ағиҙел урамынан Сочи урамына тиклем хәрәкәт юлға һалынды. Был проект буйынса эштәр 2025 йылда тулыһынса тамамлана һәм һөҙөмтәлә ҡаланан Көньяҡ сығыу юлында транспорт ағымы ҡайтанан бүленеп, был урам-юл селтәренең транспорт үткәреү һәләтен арттырыу иҫәбенә тығындар мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итергә тейеш, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Былтыр ҙур инфраструктура объекттарында эштәр алып барылды. 2024 йылдың мартында, милли проектҡа ярашлы, Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт асылды, Ҡариҙел һәм Дыуан райондары аша үткән Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлының 40 саҡрымлыҡ участкаһын төҙөкләндереү эше тамамланды. Өфөләге Шаҡша күперендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә дүрт һыҙат буйынса ла хәрәкәт асылды.
2025 йылға кәмендә 1000 саҡрым юлды ремонтлау, 22 саҡрымдан ашыу юл төҙөү һәм реконструкциялау күҙаллана. 1000 метрҙан ашыу күпер һәм юл үткәргестәре тейешле хәлгә килтереләсәк.


