Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
6 Февраль 2025, 04:00

Яңы биҫтәлә бер юлы ете яңы урам төҙөлә

Өфөләге яңы урамдарҙың дөйөм оҙонлоғо 4,12 километр тәшкил итәсәк. Биш урам буйлап - ике, икеһендә дүрт һыҙатлы автотранспорт хәрәкәте ойоштороласаҡ.

Өфөнөң Novaland тип аталған әүҙем үҫешеүсе яңы биҫтәһендә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына алмашҡа килгән “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Торлаҡ” федераль проекты сиктәрендә 21-се һәм 23-сө кварталдарҙа яңы ете урам төҙөү дауам итә. Был программа буйынса биләмәләрҙе үҫтереүгә һәм социаль инфраструктураны яҡшыртыуға комплекслы ҡараш иҫәбенә Рәсәй төбәктәрендә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү өсөн стимул булдырыла.

Яңы урамдарҙың дөйөм оҙонлоғо 4,12 километр тәшкил итәсәк. Биш урам буйлап - ике, икеһендә дүрт һыҙатлы автотранспорт хәрәкәте ойоштороласаҡ. Проект буйынса бөтә урамдарҙа ла тротуарҙар һәм велосипед юлдары ҡаралған.

Әлеге ваҡытта объекттарҙа Майор Доставалов, 6-сы урамдары буйлап һәм 21-се юл-дублеры буйынса ер ҡатламын түшәү һәм планлаштырыу буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре алып барыла. Яңы урам-юл селтәрен төҙөү осоронда халыҡ өсөн Гавриил Державин урамынан Халыҡтар дуҫлығы проспектына сығыу ойошторолған.

Заказсы вәкиле мәғлүмәте буйынса, бөгөнгә бөтә объекттың әҙерлеге 45 процент тәшкил итә һәм яңы урамдарҙы файҙаланыуға тапшырғандан һуң биҫтәнең күркәмлеге яҡшырасаҡ, Әхмәтов урамының һәм Халыҡтар дуҫлығы проспектының үткәреү һәләте күтәреләсәк. Төҙөлөш-монтажлау эштәрен 2025 йылдың өсөнсө кварталында тамамлау күҙаллана.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас