Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
6 Февраль , 20:11

Заманса машина үҙебеҙҙә етештерелгән

2025 йылдың тәүге айында ғына автомобилдә йөҙ тапҡырҙан ашыу ярҙам күрһәтелгән.

Нуриман үҙәк район дауаханаһы автопаркы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты) ярашлы, Лада Гранта Лифтбек автомобиле менән тулыланды. 2025 йылдың тәүге айында ғына автомобилдә йөҙҙән ашыу саҡырыу үтәлгән. Рәсәйҙә етештерелгән  автомобиль күп функциялы. Багажнигында йыйылмалы носилканы йөрөтөргә мөмкин.

Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: