Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
7 Февраль 2025, 06:42

"Ватанды һаҡларға әҙер булығыҙ!"

Арыбаш ауылы уҡыусылары өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән осрашыу ойошторолдо.  

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) һәм Тәтешле районының Арыбаш ауылы мәктәбендә хәрби-патриотик тәрбиә биреү айлығы маҡсаттарына ярашлы, башланғыс класс уҡыусылары ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Владислав Ғәлимйәнов менән осрашты. Был сара мәктәп һәм уның уҡыусылары өсөн ҙур ваҡиғаға әйләнде.

Мәктәпте тамамлаусы Владислав Ғәлимйәнов балалар менән үҙенең хеҙмәте һәм ошондай тарихи сараларҙа ҡатнашыуы хаҡында һөйләне. Асыҡ диалог форматында уҡыусылар Владиславтың шәхси тәжрибәһенә, шулай уҡ илһөйәрлек һәм Ватанды һаҡлауға бәйле киңерәк темаларға ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Уның ихлас һәм дәртләндергес һүҙҙәре барыһының да йөрәгенә үтеп инде.

“Ватансылыҡ, Тыуған илгә һөйөү һәм хөрмәт мәктәп эскәмйәһенән үк тәрбиәләнә. Башығыҙ өҫтөндә тыныс күк йөҙө булыр тип ышанам, ләкин ҡапыл бәлә була ҡалһа, туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы, Ватанығыҙҙы намыҫ менән яҡларға кәрәк”, - тип билдәләне Владислав Ғәлимйәнов.

"Белем биреү процесында хәрби-патриотик эш мөһим роль уйнай. Бындай осрашыуҙар балаларҙа үҙ иле өсөн ғорурлыҡ һәм уның тарихына хөрмәт тойғоһо тәрбиәләүҙән тыш, Ватанды һаҡлаусы булырға өйрәтә”, - тип билдәләне мәктәп директоры Вәкил Шәрифйәнов.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас