2019 – 2024 йылдарҙа Башҡортостанда 286 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы үҫеш өсөн субсидиялар алды.
667,5 миллион һум күләмендәге дәүләт ярҙамы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу нигеҙендә бүленде. Был төбәк проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси бизнес башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырылды.
– Әле Башҡортостанда 445-ләгән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы эшләй, уларҙа хеҙмәткә 12 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Күбеһе тармаҡ продукцияларын эшкәртеү менән шөғөлләнә һәм әҙерҙәрен сауҙа ойошмаларына ебәрә, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Заман кооперативтарының тотороҡло эшләүенә иҫәп тотабыҙ, ә бының өсөн дәүләт ярҙамын дөрөҫ файҙаланырға, йылдан-йыл яңыса үҫешергә кәрәк.