Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты ярҙамында Башҡортостандың “Ҡарағай” шифаханаһы ярты йыл эсендә туҡланыу системаһын яҡшыртты. Был хаҡта төбәктең хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәгенән хәбәр иттеләр.
Шифаханала “Швед өҫтәле” файҙаһына ике сменала туҡланыуҙан бөтөнләй баш тартҡандар, ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндереү тиҙлеге ҡырҡ процентҡа артҡан. Һөҙөмтәлә был участкала яңы алымдарҙан иҡтисади һөҙөмтә, яҡынса баһалауҙар буйынса, айына бер миллион һум тәшкил иткән.
– Һаҡсыл инструменттарҙы ҡулланыуҙан иҡтисади һөҙөмтә был пилот участкаһында ғына айына яҡынса бер миллион һум тәшкил итте. Яҡшы алым: финанс өҫтәмәләрһеҙ, хеҙмәтте дөрөҫ ойоштороу иҫәбенә генә иҡтисадты, халҡыбыҙҙың йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкин, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.