Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
11 Февраль , 10:09

Бәләкәстәргә дөрөҫ тәрбиә бирер өсөн

Иглин районында мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары етәкселәренең кәңәшмәһе үтте. 

6 февралдә Иглин районының 9-сы балалар баҡсаһында “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) маҡсаттарына ярашлы “Иглин районының муниципаль мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары эшмәкәрлеге буйынса ойоштороу мәсьәләләре” темаһына мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары етәкселәренең район кәңәшмәһе үтте.

Кәңәшмә программаһында заманса мәктәпкәсә тәрбиә һәм белем биреүҙең мөһим мәсьәләләре ҡаралды. Рәсәй балалар үҙәгенең әйҙәүсе эксперты, “Балалыҡ навигаторы” проектының муниципаль координаторы Лиә Аликеева мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн федераль проектты яраҡлаштырыу маҡсатында “Орлята-дошколята” проектының презентацияһы менән сығыш яһаны.

Иглин районының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороу тураһында “Туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Нурания Урманова сығыш яһаны. Кәңәшмә барышында балаларҙың туҡланыуын ойошторғанда санитар-эпидемиологик именлекте тәьмин итеү, туҡланыуҙы оптималләштереү мәсьәләләре тикшерелде.

Шулай уҡ муниципалитеттың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эште ойоштороу, сайттар алып барыу, мәғариф учреждениеларының етәксе һәм педагог хеҙмәткәрҙәрен аттестациялау, “Беҙ-Гагаринсылар” олимпиадаһын үткәреү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Уҡытыусылар айырым балалар баҡсаһына йөрөгән ата-әсәләр түләүенең бер өлөшөн компенсациялау, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам сараларын тикшерҙе.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: