Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Әбйәлил районы ауыл хужалығы предприятиеһы тарафынан Ҡытайға экспортҡа әҙерләнгән 1817 тонна аҙыҡ-түлек арпаһын контролдә тотҡан.
Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла.
Был 2025 йылда Ҡытайға экспортланған арпаның тәүге партияһы, тип хәбәр иттеләр күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән.
Бөтә 70 партияла ла фитосанитар экспертиза үткәреү өсөн өлгөләр һайлап алына. Ҡытай Халыҡ Республикаһының Баш таможня идаралығы талаптарына ярашлы, иген өлгөләре энтомологик, гербологик, микологик һәм гельминтологик тикшеренеүҙәр үткән.
“Зарарлы карантин организмдарын һынау һөҙөмтәләре буйынса, тауар импортлаусы илдең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тап килә”, – тип билдәләнеләр Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.