Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
13 Февраль , 14:08

Башҡортостан Беларусҡа 1,1 мең тоннанан ашыу рапс оҙатты

Тауар Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшереү үткән.

Быйыл 27 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идаралығы Ғафури районынан Беларусҡа оҙатыу өсөн ауыл хужалығы предприятиеһы әҙерләгән 1150 тонна аҙыҡ-түлек рапсын контролдә тотҡан. Был хаҡта идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙаталар.

17 партиянан торған майлы культура өлгөләрен Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшереү үткән. Энтомологик, геологик һәм микологик экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары асыҡланмаған. Экспортҡа оҙатылған Башҡортостан рапсы ЕАЭС-тың карантин фитосанитар талаптарына тап килә.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: