Башҡортостан Республикаһында 19-21 февралдә ӨФӨ ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында үтәсәк «УралСтройИндустрия» халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә һәм «Күсемһеҙ милек» күргәҙмәһендә төҙөлөш өлкәһендәге федераль эксперттар, материалдар һәм технологиялар етештереүселәр ҡатнашасаҡ. Экспозицияла Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 100-ҙән ашыу компанияның килеүе көтөлә.
- Форум «Йәшәү өсөн инфраструктура» яңы милли проектына арнала һәм граждандарҙы яңы сифатлы торлаҡ инфраструктураһы менән тәьмин итеү буйынса ҡарарҙар әҙерләү майҙансығына әүерелә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.
Эшлекле программа сиктәрендә Пленар ултырыш үтәсәк, тармаҡ үҫешенең төп йүнәлештәре: һанлы технологияларҙы ҡулланыу, ҡануниәттәге ЭСКРОУ-ҙа иҫәптәрҙе үҙгәртеү, хаҡтар яһалышы һәм нормалаштырыу, төҙөлөштә яһалма интеллект индереү, күсемһеҙ милек һәм ипотека баҙарындағы тенденциялар, кадрҙар потенциалын үҫтереү, илебеҙҙәге инновацион эшкәртмәләрҙе ҡулланыу буйынса 20-нән ашыу тематик секция эшләйәсәк. 200-ҙән ашыу эксперт докладсыһының сығышы көтөлә.
Форум уҙғарылған көндәрҙә шулай уҡ Волга буйы ҡалалары ассамблеяһы, Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы коллегияһы ултырышы, Башҡортостан Республикаһы Архитектура советы ултырышы үткәреләсәк.
Форум сиктәрендә килеүселәр өсөн Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, БР Финанс үҙәге, Роспотребнадзор Идаралығы һәм Росреестр белгестәренән консультациялар зонаһы ойоштороласаҡ.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдим иткән “Йәшәү өсөн инфраструктура” яңы милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") сиктәрендә ойошторола.