Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
13 Февраль , 14:04

Ташҡынды еңергә ярҙам итәсәк

Республикала ташҡынды мониторинглау өсөн пилотһыҙ аппараттар йәлеп ителәсәк.

Ташҡынды еңергә ярҙам итәсәк
Ташҡынды еңергә ярҙам итәсәк

“Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты (национальный проект “Беспилотные авиационные системы”) маҡсаттарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһында ташҡынды күҙәтеү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыласаҡ.

Башҡортостан Республикаһының һәр бер районына тиерлек яҙ һайын ташҡын күҙәтелә. 2024 йылдың майына 313 тораҡ пунктты һыу баҫҡан, 2024 йылдың майына ҡарата торлаҡ биләмәләргә, юл инфраструктураһына, социаль өлкә объекттарына һәм күпер ҡоролмаларына ҡағылған 144 һыу баҫыу осрағы теркәлгән.

Бөгөнгө көндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәттәре яҙғы ташҡынға заманса технологиялар ярҙамында әҙерләнә. Ведомство етәксеһе Марат Латипов хәбәр итеүенсә, боҙ хәлен һәм ташҡынды күҙәтеү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттарын әүҙем файҙаланыу күҙаллана.

– Пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында һыу кимәлен тикшереү Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эшендә мөһим ҡорал буласаҡ: уларҙы файҙаланыу ҡотҡарыусыларға һауалағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барырға мөмкинлек бирәсәк, был ғәҙәттән тыш хәлдәргә иғтибар итеү тиҙлеген күпкә арттырасаҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Рөстәм Нәбиуллин.

Пилотһыҙ авиация системалары осоштарын контролдә тотоу Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты базаһында ойошторолған махсуслаштырылған үҙәк тарафынан тормошҡа ашырыла. Был уларҙы файҙаланыуҙы хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле итәсәк.

Фото: Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы. 

 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: