Түбәнге Ҡыйғы ауылында заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы ауыл табиплыҡ амбулаторияһы эш башланы. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдерҙеләр.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, быйылдан фельдшер-акушерлыҡ пункттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын заманлаштырыу” программаһы буйынса төҙөлә.
Заманса ауыл табиплыҡ амбулаторияһында педиатр, терапевт, укол, прививкалар яһау, пациенттарҙы ҡабул итеү һәм башҡа кабинеттар бар. Тағы бер яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты Иҫке Мөхәммәт ауылында асылды.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын заманлаштырыу” программаһы буйынса тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.
Сығанаҡ: Башҡоростандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.