Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
15 Февраль 2025, 09:30

Башҡортостанда ядро магнит резонансы спектрометры барлыҡҡа килде

Ядро магнит резонансы (ЯМР) спектроскопияһы матдәләрҙе молекулалар кимәлендә өйрәнергә мөмкинлек бирә.

Башҡортостанда "Фән һәм университеттар" милли проекты (национальные проекты "Наука и университеты" и "Новые материалы и химия") бурыстарына ярашлы, ядро магнит резонансы спектрометры эшләй башланы, тип хәбәр итә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге.

Ядро магнит резонансы (ЯМР) спектроскопияһы матдәләрҙе молекулалар кимәлендә өйрәнергә мөмкинлек бирә. Был алымдың үҙенсәлеге шунда: ул молекулала урынлашҡан магнит ядроларын тикшерә. Был уның төҙөлөшө, хәрәкәтсәнлеге һәм молекулаларҙың бер-береһе менән тәьҫир итешеү үҙенсәлектәре тураһында ентекле мәғлүмәт алырға ярҙам итә.

Өлөшсәнең төҙөлөшө уның үҙенсәлектәренә бәйле. Был инде үҙ сиратында молекуланы дарыу итепме йә полимер материалмы, әллә нефтехимия өсөн компонент сифатында ҡулланырғамы икәнде билдәләргә булыша. Яңы технологиялар һәм материалдар әҙерләгән сәнәғәт предприятиеларында ла заманса ҡорамалдар ҙур ихтыяж менән файҙаланасаҡ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас