Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
20 Февраль 2025, 04:57

Сибайҙа – өр-яңы ял базаһы Бында ҡунаҡтар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған

Бында ҡунаҡтар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.

Сибайҙа “Мин өйҙә“ бренды аҫтында “Урман әкиәте“ яңы турист ял базаһы асылды. Ул “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ“ милли проекты маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.

Төйәләҫ йылғаһы буйында урынлашҡан база территорияһында ике ҡунаҡ йорто төҙөлгән. Улар йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында уңайлы һәм хәүефһеҙ ял итеү өсөн тулыһынса йыһазландырылған. Яҡында йәйәүле маршруттар үтә. Шулай уҡ унда эскәмйәләр һәм беседкалар менән ял итеү зонаһы бар. Бынан тыш, бында ял итеүселәр турист ҡорамалдарын ҡуртымға ала аласаҡ. Шулай уҡ уларға туҡталҡа хеҙмәттәре лә ҡаралған.

“Ҡышҡыһын бында боҙ өҫтөндә конькиҙа шыуырға мөмкин, йәйгеһен ҡунаҡтар йылғала һыу инә, яр буйында ял итә йәки тәбиғәттә пикник ойоштора ала. Актив ял яратыусылар өсөн балыҡ тотоу, тирә-яҡ буйлап йәйәү йөрөү һәм башҡа бик күп эшмәкәрлек тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙең ял базаһы – көндәлек тормоштан ял итеү, тәбиғәттең матурлығынан ләззәт алыу һәм яҡындарығыҙ менән ваҡыт үткәреү өсөн идеаль урын“, – тип билдәләне объект төҙөлөшөнә грант алған “Престиж“ компанияһы директоры Анастасия Климова.

Билдәле булыуынса, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ“ (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас