Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
24 Февраль 2025, 06:16

Был юл данлыҡлы шифаханаға илтә

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә...

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли поекты буйынса (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) Ауырғазы районында Үҙән йылғаһы аша һалынған күперҙә ремонт эштәре дауам итә.                                      

Был оҙонлоғо 39 погонлы метр тәшкил иткән яһалма ҡоролма Бишҡайын ауылынан йыраҡ урынлашмаған  Талбазы – Красноусол автомобиль юлында һалынған. Бында тротуарҙар ике яҡтан да төҙөкләндерелгән, күпергә яҡын 116 метр ер ремонтланған.

- Күпер һалыусылар ҡоролманың балкаларын монтажлауҙы тамамланы, биш конструкция ҡуйҙы. Уларҙың һәр береһе 33 метр оҙонлоҡта һәм 58 тонна тәшкил итә. Яҡын арала подрядсы ойошма бетонды һаҡлау япмаһын эшләй башлаясаҡ”, - тип белдерҙе Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Барлыҡ эштәр ҙә киләһе йылда тамамланыр тип көтөлә. Ремонт эштәрен дауам итеү өсөн күпер буйлап хәрәкәт итеү сикләнгән. Подрядсылар ваҡытлыса урап үтеү юлын һалған. Ундағы хәрәкәт светофор менән көйләнә. Тағы шуны билдәләргә кәрәк: был юл туристик тәғәйенләнешле лә. Ул Красноусол ауылына илтә. Ә унда, белеүебеҙсә, ошондай уҡ исем йөрөткән, шифалы һыу сығанаҡтары менән билдәле данлыҡлы шифаханабыҙ урынлашҡан.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас