“Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проекты маҡсаттарына ярашлы “Башҡортостан Республикаһының электрон белем биреү” порталында ИТ-секторға дәүләт ярҙамы саралары менән бүлек өҫтәлде. Был хаҡта төбәктең дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында хәбәр иттеләр.
Бүлектә дәүләт ярҙамы саралары исемлеге буйынса материалдар урынлаштырылған: дәүләт аккредитацияһы, төбәк һалым өҫтөнлөктәре, гранттар, ташламалы ипотека, ИТ-кисектереү һәм Башҡортостан стартаптары реестрына индереү. Уңайлылыҡ өсөн кәрәкле документтар беркетелгән. Шулай уҡ порталда беренсе тапҡыр бизнес менән туранан-тура аралашыу өсөн тәҙрә булдырыла. Унда дәүләт ярҙамы мәсьәләләре буйынса шәхси консультация алырға, ошондай саралар алыу тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, шулай уҡ ИТ-секторҙан төбәк ярҙамы инициативалары буйынса тәҡдимдәр индерергә мөмкин.
“Ярҙам сараларын күрһәтеү мәсьәләһендә бизнестың һорауын аңлап, беҙ кәрәкле мәғлүмәтте алыуҙы ябайлаштырырға булдыҡ һәм “Электрон белем биреү” порталында махсус бүлек булдырҙыҡ. Сығанаҡ сиктәрендә ИТ-белгестәр берҙәм тәҙрә режимында бөтә көнүҙәк мәғлүмәт менән танышыу, шулай уҡ ведомство хеҙмәткәрҙәренә туранан-тура һорау биреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ”, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
“Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Экономика данных”) иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарын һанлаштырыуға, шулай уҡ технологик суверенитетҡа һәм лидерлыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Яңы һанлы сервистар Рәсәй халҡының тормошон еңелерәк һәм уңайлыраҡ итә, ә кибермутлашыусыларға ҡаршы көрәште һөҙөмтәлерәк итә. Белгестәрҙән әүҙем әҙерлек алып барыла, квант технологиялары һәм яһалма интеллект үҫешә.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.