Балтас үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заманса универсаль операция өҫтәле алынды.
Заманса универсаль операция өҫтәле – операциялар үткәреү, ауырыуҙарҙы тәрбиәләү һәм тикшереү өсөн бик яҡшы медицина ҡорамалы. Ул табипҡа эшен башҡарыуҙа ышаныслы ярҙамсы, пациенттар өсөн уңайлы. Нигеҙенең ныҡлығы, тотороҡло колоннаһы табип манипуляцияларын үткәргәндә ышаныс тыуҙыра. Өҫтәлдәге матрас кәүҙәгә төшкән көсөргәнеште кәметә. Инструменттар һалыу өсөн яйлы урын булдырылған.
– Ҡорамал заманса хирургияның бөтә талаптарына яуап бирә.Өҫтәл табиптар һәм пациенттар өсөн ышаныслы һәм уңайлы. Заманса операция өҫтәленең мөмкинлектәре киң, – тине район дауаханаһының хирургия бүлексәһе мөдире Рәфил Нәбиуллин.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.