Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
3 Март 2025, 05:57

“Уңыш эстафетаһы”на ҡушылдыҡ

Башҡортостан социаль программаны тормошҡа ашыра.

Рәсәйҙең 10 төбәге рәтендә Башҡортостан да инвалидлығы булған йәштәргә һәм уларҙың яҡындарына тәғәенләнгән “Уңыш эстафетаһы” социаль проектын ҡабул итә. Был турала төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә. Был программа саралары бер миллиондан ашыу кешене йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.

Башланғыс “Кадрҙар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Кадры”) стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

-Бөгөнгө көндә Башҡортостанда хеҙмәт йәшендәге 93 мең инвалид йәшәй. Уларҙың 24 меңдән күберәге эш менән мәшғүл. Шуныһы шатландыра социализация өсөн инвалидлыҡ ҡаршылыҡ булмағандар һаны арта бара. Инвалидтарға эшкә урынлашырға булышлыҡ иткән сараларҙы киңәйтеү ҙә быға юл аса. Шуға ла беҙ “Уңыш эстафетаһы” проектының бер өлөшө булыуға шат. Был проект тәүге аҙымды эшләргә батырсылыҡ итмәгәндәргә башҡаларҙың уңышлы өлгөһөн күрергә ярҙам итә, - тине Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Был программа сараларында офлайн һәм онлайн шарттарҙа ҡатнашырға мөмкин. Унда Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән 700 меңләп кеше ҡатнашып өлгөргән.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас