Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
3 Март 2025, 07:00

Йылайыр дауаханаһының автопаркы яңы автомобиль менән тулыландырылды.

Йылайыр үҙәк дауаханаһы автопаркы LADA Granta Лифтбек автомобиле менән тулыландырылды. Быйылдан медицина учреждениеларын автомобилдәр менән тәьмин итеү “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһы маҡсатында тормошҡа ашырыла.

Йылайыр дауаханаһының автопаркы яңы автомобиль менән тулыландырылды.Йылайыр дауаханаһының автопаркы яңы автомобиль менән тулыландырылды.
Йылайыр дауаханаһының автопаркы яңы автомобиль менән тулыландырылды.

Автомобиль дауаханаға ашығыс һәм планлы шылтыратыуҙарҙы хеҙмәтләндереү, дарыуҙар килтереү һәм биологик материалдар ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Рәсәйҙә етештерелгән был күп функциялы машинаның багажнигы ятҡан ауырыуҙы ташыу өсөн йыйылмалы ташығыстар, салон эсе трансформациялы ҡабул итеү ҡоролмаһы  менән йыһазландырылған.

  • Автопаркты арттырыу беҙгә логистик процесстарҙы оптималләштерергә һәм табиптарҙың пациентҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн килеү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә, -тип билдәләй Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Данис Ғәлин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты 2025 йылдың 1 ғинуарынан старт алды. Был Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас