2019 – 2024 йылдарҙа Башҡортостанда «Мәҙәниәт» милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, 19 китапханала капиталь ремонт үткәрелгән. Бынан тыш, 186 миллион һумға торошло һәм заманса ҡорамал һатып алынған. Аҡсаның 140 миллион һумдан ашыуы федераль ҡаҙнанан бүленгән. Был хаҡта республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр. Ә инде китапхана биналарына капиталь ремонт үткәреүгә 236 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.
Милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостанда китапханалар базаһында 10 виртуаль концерт залы булдырылған. Һөҙөмтәлә үҙәктән алыҫ урынлашҡан ауыл-ҡасабалар халҡы федераль һәм республика мәҙәниәт ойошмаларының иң яҡшы концерттарын һәм спектаклдәрен ҡарау мөмкинлегенә эйә булды. Шулай уҡ китапханаларҙа таланттарҙы бергә туплаған 34 нөктә булдырылған һәм улар уңышлы эшләй. Унда уҡыусылар заманса ҡорамалдар файҙаланып, креатив технологияларҙы үҙләштерә.
900-гә яҡын китапхана «Пушкин картаһы» федераль программаһына ҡушылды. Уға үҫеп килгән быуынды аң-белем таратыу һәм тәрбиәләү, йәмғиәттең рухи-әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыу буйынса мөһим миссия йөкмәтелгән.
«Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында китапханаларға 1 миллион 145 меңдән ашыу яңы әҙәбиәт китабы тапшырылған.