Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
6 Март 2025, 10:30

Милли проект ҙурыраҡ мөмкинлектәр бирә

Һуңғы өс йылда Башҡортостанда глэмпингтар һаны 3,6 тапҡырға артҡан.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә глэмпингтар һәм кемпингтар һаны 3,6 тапҡырға артҡан. 2022-2024 йылдарҙа милли проект буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға 1,8 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 1,7 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, 130,1 миллион һумы – республика бюджетынан һәм 2,1 миллион һумы – урындағы бюджеттан.

– Дәүләт яғынан ярҙам туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирә, был, үҙ сиратында, бизнесты үҫтереү өсөн перспективалар аса һәм яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2025-03-06/milli-proekt-uryra-m-mkinlekt-r-bir-4146964 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас