Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
11 Март , 14:58

Аппарат ҙур һорау менән файҙалана

Әмәлиәттәрҙән һуң йәрәхәттәр тиҙ уңала, инфекция йоҡтороу хәүефе һиҙелерлек кәмей.    

Аппарат ҙур һорау менән файҙалана
Аппарат ҙур һорау менән файҙалана

Йылайыр районы дауаханаһының хирургия бүлексәһе, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы,  яңы “Элепс” аппараты алды. Ҡорамал хирургтар тарафынан юғары баһалана. Операция мәлендә ул ҡан юғалтыуға юл ҡуймай. Һөҙөмтәлә әмәлиәттәрҙән һуң йәрәхәттәр тиҙ уңала, инфекция йоҡтороу хәүефе һиҙелерлек кәмей.

“Яңы электрохирургия аппараты “Элепс” хирургтарҙың көндәлек эшмәкәрлегендә ҙур һорау менән файҙалана. Уны ҡулланыу һөҙөмтәһендә операциялар теүәл, хәүефһеҙ үтә”, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Данис Ғәлин.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: