Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Милли проект
11 Март 2025, 09:52

"Транспорт сәғәте"ндә пассажирҙар ташыуҙы арттырыу юлын тикшерҙеләр

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Транспорт сәғәте”н үткәрҙе. Көн тәртибендә - йәмәғәт транспортының төрлө төрҙәрендә пассажирҙар ташыуҙы үҫтереү мәсьәләһе торҙо.

”Башавтотранс”тың генераль директоры Нәҙир Сәмиев предприятиеның былтырғы эш йомғаҡтары менән таныштырҙы. Уҙған йылда ташыусы хеҙмәттәренән 127 миллион пассажир файҙаланған, был 2023 йылға ҡарағанда 4 процентҡа күберәк. Республикала юл хаҡын ҡулаҡсаһыҙ түләү өлөшөн - 92  процентҡа, Өфөлә 95 процентҡа тиклем арттырыу ҡаҙаныштарының береһе булды. 7 миллион самаһы пассажир файҙаланған “Бәхетле сәғәт” акцияһы бик популяр булып ҡала.

Бынан тыш, кәңәшмәлә йәмәғәт транспорты паркын яңыртыу мәсьәләһе тикшерелде. “Тормош өсөн уңайлы хәүефһеҙ мөхит” милли үҫеш проектына (нацпроект “Комфортная и безопасная среда для жизни”) ярашлы, 2030 йылға тиклем автобустарҙың һәм троллейбустарҙың 85 проценты норматив файҙаланыу ваҡытына тап килергә тейеш. 2026 йылдан Рәсәй төбәктәре “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (нацпроект "Инфраструктура для жизни")  сиктәрендә ҡаҙна инфраструктура кредитын файҙаланып транспорт һатып аласаҡ. Төбәк етәксеһе һәм Юл хужалығы министрлығына ошо йәһәттән тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

”Транспорт сәғәте” шулай уҡ республиканың баш ҡалаһынан авиаташыуҙарҙың маршрут селтәрен дә ҡараны. “Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев хәбәр итеүенсә, былтыр пассажирҙар ағымы 4,8 миллион кеше тәшкил иткән. Йыл йомғаҡтары буйынса аэропорт “Йылына ике миллионға тиклем пассажир ағымы булған иң яҡшы аэропорт” номинацияһында “Рәсәйҙең һауа ҡапҡаһы” милли премияһы еңеүсеһе була.

– Дөйөм ташыу күләменең 83 процентын 3,9 миллион пассажир ташыған эске рейстар биләй, - тип хәбәр итте Александр Андреев. – Былтыр Өфөнөң Кемерово, Новокузнецк, Һарытау һәм Тубыл ҡалалары менән тура авиабәйләнеш асылды. Шулай уҡ Калининградҡа рейстар тергеҙелде. Быйыл Таулы Алтай менән авиабәйләнеш башлау планлаштырыла. Йәйге миҙгелдә бөтәһе 43 эске йүнәлеш буйынса 45-тән ашыу рейс башҡарыу планлаштырыла. Бынан тыш, Өфөнән йәйге миҙгелдә 18 илгә, шул иҫәптән Әрмәнстанға, Белоруссияға, Үзбәкстанға, Тажикстанға, Төркиәгә, Ҡытайға, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Мысырға, Таиландҡа һәм Грузияға көн һайын 10-дан ашыу рейс ебәреләсәк.

Башҡортостан Башлығы “Өфө” халыҡ-ара аэропорты коллективына маршрут селтәрен киңәйтеү буйынса әүҙем эшләгәне өсөн рәхмәт әйтте һәм төбәктең Транспорт министрлығына яңы авиарейстар, шул иҫәптән субсидияланған йүнәлештәр буйынса тәҡдимдәрҙе анализларға ҡушты. Кәңәшмәнең тағы бер темаһы – юлдарға йөкләмәне кәметергә һәм уларҙы файҙаланыу ваҡытын оҙайтырға ярҙам итәсәк өҫтәмә автоматик ауырлыҡ контроле пункттарын урынлаштырыу. Бынан тыш, республика ҡалаларының 56 сатында юл хәрәкәтен боҙоуҙы теркәү өсөн яңы стационар камералар барлыҡҡа киләсәк һәм юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеүгә ярҙам итәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына автотранспорттың ауырлыҡ-габарит контроленең өҫтәмә автомат пункттарын урынлаштырыу өсөн урындар билдәләргә, шулай уҡ ил төбәктәре араһында юлдарҙа фотовидеотеркәү камералары эшләү өлкәһендәге иң яҡшы тәжирбәләрҙе өйрәнергә ҡушты.

 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас