Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
12 Март 2025, 09:30

Лицензия алыусылар арта

Профилле медицина ойошмалары һаны артыуы сирҙәрҙе иртә асыҡлау мөмкинлеген арттыра.

Кардиология буйынса эшмәкәрлеккә элек теркәлгән лицензиялы 376 учреждениеға тәү тапҡыр лицензия алған ике медицина учреждениеһы өҫтәлде. Береһе уның Архангел районында урынлашҡан. Ул тәүге пациенттарын ҡабул итергә тулыһынса әҙер, хеҙмәткәрҙәр штаты ике табип-кардиологҡа арттырылған.

– Клиника элек терапия буйынса медицина ярҙамы күрһәтеүгә лицензияланғайны. Хәҙер кардиология буйынса лицензия алыу кәрәклеге килеп тыуҙы. Йөрәк-ҡан системаһын тикшереү өсөн заманса Mindray һәм Axion аппараттары алынды. Хәҙер район халҡы йәшәгән ерҙә тикшереү үтеү һәм кардиолог консультацияһын алыу мөмкинлегенә эйә, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Профилле медицина ойошмалары һаны артыуы сирҙәрҙе иртә асыҡлау мөмкинлеген арттыра, һөҙөмтәлә республика халҡы араһында үлем кимәлен кәметеүгә йоғонто яһаясаҡ.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас