Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
8 Апрель 2025, 06:50

Иҡтисади үҫешкә ҡеүәт өҫтәп

Йыл башынан 11 күсмә ҡабул итеү үтте.

Башҡортостандағы “Минең бизнес” үҙәгенең мобиль офисы хеҙмәткәрҙәре ағымдағы йыл башынан алып төбәктең төрлө муниципалитеттарында 11 күсмә ҡабул итеү үткәргән. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”)  нигеҙендә ойошторолған күсмә саралар Туймазы, Дыуан, Әбйәлил, Бөрйән, Балаҡатай, Салауат, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Краснокама, Мишкә райондарында уҙҙы. Уларҙа 270-тән ашыу эшҡыуар, буласаҡ кәсепселәр ҡатнашты.

– “Минең бизнес” үҙәге хеҙмәттәре республиканың эшҡыуарҙары өсөн нығыраҡ яҡынайҙы. Күсмә сараларҙа ҡатнашыусылар уңайлы программалар, гранттар, кредитлауҙың ташламалы шарттары һәм башҡа дәүләт ярҙамы саралары менән танышыу мөмкинлегенә эйә. Был, әлбиттә, төбәктә бизнесты үҫтереүгә булышлыҡ ҡыла, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы тарафынан ойошторолған мобиль офис төркөмөнә муниципаль берекмәләрҙең бизнес-шәрифтәре лә инде.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас