Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы экспорт каталогын даими яңырта, был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаттарына яуап бирә. Был хаҡта ведомствонан хәбәр иттеләр.
Башҡортостандан бизнес-берләшмә вәкилдәре каталогта үҙҙәренең хеҙмәттәре һәм тауарҙары тураһында мәғлүмәт бирә ала. Был уларға тышҡы баҙарҙа даими булыуҙы тәьмин итергә һәм һатыу географияһын киңәйтергә мөмкинлек бирә.
– Республика экспорт каталогы – потенциаль сит ил уҙаҡташтарына республика етештереүселәренең тауары һәм хеҙмәттәре тураһында мәғлүмәт биреү өсөн үҙенсәлекле формат. Каталогта теркәлеү – сит илдә һатып алыусыны табыуҙың тиҙ һәм уңайлы ысулы, - тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Был каталогҡа инеү өсөн үҙеңдең компания тураһында мәғлүмәтте почтаға ебәрергә кәрәк: habibullina.gn@bashkortostan.ru, шулай уҡ ойошманың исемен, уның тураһында ҡыҫҡаса белешмәне һәм фотоһүрәттәр менән сығарылған продукцияны, контакт мәғлүмәттәрен (телефон, почта, сайт, QR-код) күрһәтеү мөһим. Барлыҡ һорауҙар буйынса +7 347 2808718 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (нацациональный проект “Международная кооперация и экспорт”) илебеҙҙең компанияларына ярҙам итеү системаһын булдырыуҙы, шулай уҡ дуҫтарса баҙарҙарға йүнәлеш биреү өсөн алымдар индереүҙе күҙ уңында тота.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (нацациональный проект “Международная кооперация и экспорт”) илебеҙҙең компанияларына ярҙам итеү системаһын булдырыуҙы, шулай уҡ дуҫтарса баҙарҙарға йүнәлеш биреү өсөн алымдар индереүҙе күҙ уңында тота.
Милли проекттың төп бурыстары - иң һөҙөмтәле ғәмәлдәге механизмдарҙы ҡулайлаштырыу һәм импортлаусы илдәрҙә Рәсәй бизнесы талап иткән инфраструктураны булдырыу буйынса эште көсәйтеү. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.