Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Милли проект
8 Апрель 2025, 06:51

Социаль предприятиеларға яңы ташламалар бар

Был дәүләт милкен ҡуртымға алыуға ҡағыла.  

2025 йылдан Башҡортостандың социаль предприятиелары дәүләт милкен ҡуртымға алыу буйынса яңы ташламалар менән файҙалана ала. Был турала төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.

Социаль предприятие тип танылған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары тарафынан торлаҡ булмаған фонд объекттарын файҙаланғанда 0,01-гә тиң коэффициент ҡулланыла.

Социаль эшҡыуарҙарға ярҙам “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”).

- Башҡортостандың иҡтисадын нығытыу, төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында  бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү саралары әҙерләнгән. Улар эшҡыуарҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға маҡсатланған, - ти төбәктең ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

Социаль эшҡыуарҙарға бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына ярҙам итеүҙең бөтә төрҙәре ҡаралған. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас